Брәтәк ауылы
Бөрйән районы Башкортостан Республикаһы
Среда, 24.04.2024, 08:18

Приветствую Вас Гость
RSS

Главная | Регистрация | Вход
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Меню сайта
Форма входа
Поиск
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 64
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0



                 Брәтәк ауылы Брәтәк йылғаһының Нөгөшкә ҡойған урынында урынлашҡан. Шулай уҡ ауылдың төнъяғында Ҡоҙаш  - Нөгөшкә, көнсығышта Ҡурғашлы – Брәтәк йылғаһына ҡуша.Брәтәк йылғаһының тамағын Күкятыу тиҙәр. Заманында уға дилбегә буйламаған, унда ат йөҙҙөргәндәр. Брәтәк күперенән тороп баштүбән һикереп һыу ингәндәр. Ҡуйы урман ауылға терәлеп үк тора. Ләкин төҙөлөш өсөн ағас табыу ауырлашты.  Ауылды Бәштин, Әрҙәкле, Кәзәтау, Айыу өңө, Айбикә, Юрматау тауҙары уратып алған. Урманда, Башҡортостан урмандарына хас, бөтә төр ағастарҙа үҫә. Мүк менән ҡапланған ҡарағай урманында күк һәм ҡыҙыл көртмәле үҫә. Ләкин ул яҡлауға мохтаж, ҡарағай урманы аяуһыҙ ҡырҡыла. Шулай уҡ бонъяла һирәк осраған һары һәм  күк умырзая, ынйы сәскәһе, кәкүк ситеге беҙҙә бар. Урманда бөтә төр йәнлектәр: шәшке, һуҫар, ҡама, йәтсә, ҡондоҙ һәм башҡа йәнлектәр бар. Ҙур ҡырмыҫҡа өйөмдәре урманды йәмләй. Ауылда халыҡ күпләп мал тота, һуңғы ваҡытта йылҡы малы күбәйҙе. Йәштәр ата-бабаларҙан ҡалған йоланы тергеҙеп күпләп солоҡ ябалар, ҡорт аҫырайҙар. Өй һайын балта оҫталары йәшәй тиһәктә хата булмаҫ, йылдан-йыл береһе – береһенән матурыраҡ йортттар ҡалҡып сыға. Ауыл лты урамдан тора: Салауат Юлаев, Нөгөш, Мәктәп, Йәштәр, Ҡаран, Тау. Барлығы 127 йортта 441  кеше йәшәй. Һөрөнтө ерҙәр булмау сәбәпле, халыҡ башлыса картуф һәм башҡа төр йәшелсә-емеш  үҫтереп  көн итә.

       Брәтәк ауылы Бөрйән районының төнъяғында өс район – Бөрйән, Белорет, Ишимбай – сиктәрендә урынлашҡан.

       Ауыл тарихын өйрәнеүҙең иң ҙур ҡиммөттөренең береһе булып халыҡтың ырыу  составы тора. Башҡорт ырыуҙарының этник тарихын өйрәнгәндә шәжәрәләр ҙур роль уйнай. Шәжәрәне һәр ырыу төҙөгән. Бындай шәжәрәләргә ауылдың барлыҡ ир енесенән булған кешеләре ингән. Сөнки һәр ир кешенең аҫабалыҡ хоҡуғы билдәләгән был шәжәрәләр, һәм ер ир затына бүленгән. Брәтәк ауылы аҫаба Ҡарағай Ҡыпсаҡ ырыуы ерҙәренәурынлашҡан. Бөрйән ырыуы ерҙәре Оло Нөгөш башына тиклем ерҙе биләй. Көнсығышта Тамъян- Түнгәүер ерҙәре. Тарих белгесе Рим Зәйниғәбитдин улы Янғужиндын раҫлауынса, XIV быуатта күсеп ултырыусы ҡатайҙар тамъяндар менән аралаша. Һөҙөмтәлә, теле, мәҙәниәте уртаҡҡа әйләнә. Инйәр буйы ҡатайҙарын Инйәр ҡатайҙары тип йөрөтәләр.Ошо ҡатайҙар менән тамьян-түңгәүерҙәр сиктәш булған. Сик билдәләгән ваҡыттағы тарихи мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған. Ҡунҡаҙай халыҡ телендә ваҡыт үтеү менән үҙгәртелгән, шымартылған. Ә ул ”Күн, ҡатай!”- булыуы мөмкин. Йәнәһе, ҡатайҙарҙан ризалыҡ алғандар тамъяндар. Икенсе версияһы: күн үлсәү берәмеге булып торған. Шуға Күнҡатай булған.

        Һуңынан район административ бүленеш мәлендә район сиктәрен ошо билдәләмәләр аша үткәрәләр. Ырыу ерен билдәләүсе сик бағанаһы “Аҡ бағана” тип йөрөтөлгән. Бөрйән районының сиге Брәтәк аша үтмәгән. Нөгөштөң уң яғы юрматыларҙың Ҡыпсаҡ тармағына ҡараған Гәрәй (Кирәй) ырыуы ерҙәренә керә.Шәжәрәләрҙә куренеүенсә, ҡыпсаҡтар Башҡортостанға көньяҡтан килгән. XIII-XIV  быуаттарҙа ҡыпсаҡтар тотош Урал алдына һәм Ағиҙел менән Ыҡ йылғаһы араһына килеп ултырған. Артабан, Ағиҙелде аша сығып, уның үрге ағымына нығынғандар. XVII-XVIII быуаттарҙа ҡыпсаҡтар  Ағиҙелдең үрге ағымында, Һаҡмарҙың көнъяғында күпләп йәшәгәндәр.

    Уларҙың ауылдары  Дим тамағында   ла, Туҡ, Соран, Ырғыҙ һәм Кәмәлек буйҙарында йәйелеп ултырған. Көньяҡ Уралда ҡыпсаҡтар төп өс төркөмгә бүленгән: төньяҡта – ҡарағайҙар һәм гәрәйҙәр, урта өлөштә – һыуындар, бошмандар, сәңкемдәр, көньяҡта – ҡара ҡыпсаҡтарҙың төп йәшәү урыны булып Башҡортостандың көньяҡ-конбайыш һәм көньяҡ райондары тора. Ҡыпсаҡтарҙың тамғалары -      . Тимер ауылы архив материалдарына ҡарағанда, Ҡарағай Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған Тимер ҡарттың улы Ҡыуаҫыл Исламбай ауылына нигеҙ ҡора.  Бикташ ауылына ла Тимерҙән килеп йәшәй башлайҙар. Ҡыуаҫҡолдан Мырҙағоловтар тарала. Көләбә, Ҡыҫыҡҡа ла тимерҙәр 1834 йылдарҙа нигеҙ ҡора. Ә Брәтәк ауылына Исламбайҙан күсеп ултырылар. Ауылға тәүге күсеп ултырыусылар, Исламбайҙан 5 кеше – Дауыт, Нәби, Хисмәт, Аҫҡарҙан 1 мулла, Әрҙәкле моронона нигеҙ ҡоралар.  Шәжәрәлә күренеүенсә, Тимер – Ҡыуаҫҡол – Мырҙағол – Дауыт – Ғиниәт – Низам. Низам бабай аҙаҡ, атаһы үлгәс, Ҡыҫыҡҡа күсә.

         Брәтәк ауылының тәүге исесе Ятап була. Сөнки ауыл аша үткән тотҡондарҙы тотоу өсөн махсус рәүештә төрмә эшләгән булған.  Тотоп оҙатыу өсөн тотҡондарҙы этап менән ҡыуғандар. Ятып ял итеү өсөн генә эшләнгән төрмә булғас, ятаҡ тип йөрөтөлөүе лә мөмкин. Этап та, ятаҡ та бер үк ваҡиғаларға барып тоташа. Шуға ике исем дә дөрөҫ һымаҡ: Этап – Ятап, Ятаҡ – Ятап.  Ошо исем менән 20-се быуат башына тиклем атап йөрөтөлә. Аҙаҡ ауылға йылға исеме бирелә. Документтарҙа ошолай теркәлә.

          Брәтәк ауылы Белорет – Стәрлетамаҡ трактында урынлашҡан. Был бик боронго юл. Был юл халыҡ телендә “ Екатерина юлы” тип тә йөрөтөлә. Юл һалыу тарихы Әүжән-Петровск заводы менән бәйле булырға тейеш. Берг-Коллегияның 1753 йылдың 16 ноябрендәге указына ярашлы Әүжән йылғаһы буйында купец К. Матвеев тарафынан заводҡа нигеҙ һалына. 1755 йылда завод эшләй башлай. Ҡағы заводы 1769 йылда Е.Н. Демидов тарафынан төҙөтөлә. Егәҙе ауылы һәм заводы 1890 йылда барлыҡҡа килә. 1774 йылдың 17 октябрендә полковник А.Т. Соколов-Хлопуша, 1774 апрелендә Емельян Пугачев үҙе килә. Завод артиллерия бомбалары эшләй башлай. 1774 йылдың декабрь баштарында Салауат Юлаев етәкселегендә башҡорт отряды була.рет – Стәрлетамаҡ тракты иң тура юл булғас, Брәтәк аша Пугачевтың да, Салауаттың да үтеүе ихтимал. Был юл башҡорттарҙың борондан уҡ төп сауҙа, ырыу-ара аралашыу юлы булып та тора.  Ауылға яҡын һәм ауыл аша үткән юлдар берәү генә түгел – улар бик күп. Ләкин хәҙер уларҙы ағас ҡаплаған. Исраҡ юлы Оло Ялан башынан үтә. Бер осо менән Иҙел башына сыҡһа, икенсе осо ошо юл буйында йәшәгән ауылдарҙы тоташтыра. Исраҡ юлын Мүскә ауылы аша үткән өлөшөн Барый юлы тип тә йөрөткәндәр. Икенсе төрлө Бур юлы тип тә атағандар, сөнки ат ҡараҡтары ошо юлдан урланған малды ҡыуғандар. Табын юлы Әүжәндән Тайбаҫҡан яланы аша (урыҫтар атамаһы Казенный) Усулкаға сыҡҡан.Христиандар ошо юл менән Әүжәндән  Усулкаға ғибәҙәт ҡылырға йөрөгәндәр. Шулай уҡ сауҙа ла иткәндәр. Һуңынан Брәтәк, Аҫҡар, Ташлы, Ҡурғашлы ауылдары аша  Егәҙегә күмер ташығандар. Был  юл Брәтәк-Волков аша Ҡуңҡаҙайға, Мүскә-Егәҙегә сыҡҡан. Ошо юлды хатта Бөйөк Ватан һуғышында, аҙаҡҡы осорҙа ла ҡулланғандар. Ишле менән  Туҡан араһында  Һарыялан тип аталған тимер юл станцияһы булған. Ауыл сауҙа итер өсөн иң уңайлы ерҙә урынлашҡан. Берҙән, ике ҙур йылға ҡушылған урында урынлашҡан. Йылғалар үҙе транспорт ролен үтәгән. Йылғалар һал ағыҙыр өсөн мул һыулы булған, балыҡ мыжғып торған. Ҡуйы урман хужалыҡ итеү өсөн бик тә уңайлы булған. Шуға ла халыҡ күпләп күсеп ултырған. Башҡорттар Әүжән, Ҡағы, Ҡотҡор, Үҙән заводтары төҙөлгәс, күсенә башлаған да инде.

     

       Брәтәк ауылының килеп сығыу бәйле легенда.

       Беҙҙең  халыҡта ер-һыу атамаһының килеп сығыуына бәйле легендалар бик күп. Брәтәк һүҙенең килеп сығыуын  халыҡ ошолай һөйләй.

        Элгәре Аҫҡар ҡарт хәҙерге Әбйәлил районы элекке Түңгәүер волосында йәшәгән. Уландары үҫкәс, ул яңы ергә күсеп ултырырға булған. Ер һайлағанда :” Һайыҫҡан  шыҡырыҡлаған урында әрәмә булыр, әрәмә булған ерҙә һыу булыр,“-тип киҫәткән улдарын. Бара торғас, күрәләр, бер урында һайыҫҡандар туй ҡора , ти. Барһалар, ысынлап та, әрәмәлек менән ҡушылған ике йылға ҡушылып ағып ята икән.   Аҫҡар ҡарт:”Ауылға урынды ошонда һайлайбыҙ,”-тигән. Ишле ғаилә бер ауыл булып төпләнгән. Йылғаларға Кесе Нөгөш һәм Оҙон Ялан, ауылға Аҫҡар исеме биргәндәр. Уларҙың ҡошо – һайыҫҡан, ағасы – ерек, тамғаһы – ай булған.

        Бер көндө Аҫҡар ҡарттың Арыҫланғол исемле улының Айбикә исемле ҡыҙы шартыйға киткәндән ғәйеп була. Тау һыртында шартый бигерәк уңған була. Ҡараһалар, Айбикә юҡ. Ҡайтып киткәндәр. Эҙләргә һыбайлылар сыҡҡандар, үҙҙәре ҡысҡырғандар. Шулай эҙләй торғас, тау йылғаға килеп терәлгән. Ағай-эне кәңәшләшеп, йылға  буйын эҙләгәндәр. Бара торғас, йылға ситендәге тамырҙа эләгеп торған сепрәк күргәндәр. Был Айбикәнең күлдәк итәге булған. Һыбайлылар йылға түбәненә сапҡандар һәм оло һыуға килеп сыҡҡандар. Был оло һыу Оло Нөгөш икән. Эҙләүселәр шул урында туҡтағандар, Айбикәне тапмаҫтарын аңлағандар. “Бахыр  Айбикәнең бер итәге генә тороп ҡалды,” - тип уфтанған атаһы. Ошо дәүерҙән алып Айбикәнең күлдәк итәге табылған йылғаны Бер итәк йылғаһы тип атағандар, һуңынан Бритәк – Брәтәк тип ҡалыплашҡан. Айбикә юғалған тауҙы Айбикә тауы тип атағандар. Һуңынан Брәтәк йылғаһы тамағына Ташлы, Ҡурғашлы, Бикташ, Аҫҡар ауылдарынан ҡайһы бер ғаиләләр күсеп ултырғандар. Ауылға йылға исемен ҡушҡандар. Ошо дәүерҙән бирле ауылды Брәтәк тиҙәр.

          Шулай итеп, Брәтәк ауылына нигеҙ һалыусылар булып Исламбай кешеләре Дауыт, Нәби, Хисмәт, бер туғандар Көмөшбай һәм Алтынбай булған. Бөтәһе алты өй. Береһенең йорто хәҙерге Фәхрийәнов Ғилфандың баҡса тирәһендә, икенснһе Ғәлләметдинов Рәшиттең әлеге йәшәгән урынында була. Брәтәк ауылы тарихын яҙрәтәк ауылы тарихын яҙғанда күрше ауыл тарихтарын да иҫәпкә алырға кәрәк. Сөнки күсеп ултырыусыларҙың күбеһе Аҫҡар сығышлы, Тамъян – Түңгәүер сығышлы. Аҫҡар ауылының өс йәйләүе булған, аҙаҡ өсөһө лә ҡышлауға әйләнгән: Ташлы, Ҡурғашлы, Ҡарағай йорт( Бәләкәй Брәтәк ) Брәтәк йылғаһының башына урынлашҡан. Ташлы ауылына нигеҙ һалыусы Шахморат исемле кеше булған. Әхмәҙуллиндарҙың тамыры шул кешегә барып тоташа. Шахмораттың улы Айнулла. Айнулланан Ғәйнуллиндар тарала. Шахмораттың өсөнсө улы Фәхритдин. Унан Фәхрийәновтар, Айнулланың улы Ғәлләметдиндән – Ғәлләметдиновтар тарала. Урыҫтар Ташлы ауылын Шахмораткин тип йөрөткәндәр. Ташлы ауылының иң бай кешеләре Хәсән ҡарт, Әхмәҙи ҡарт булған. 200-250-шәр баш йылҡы тотҡандар. “Бер осо кәртәлә булһа, икенсе осо Сауҡа тамағында булған йылҡыларының.” Революциянан һуң Ташлы ауылы кешеләре күпләп Брәтәккә күсеп ултыралар. Ситдиҡов Ғибәҙәй Ташлыла йәтим булыу сәбәпле Һатлыҡ исемле байҙа малайлыҡта йөрөй. Бай уны ағас юнырға, солоҡ ябырға өйрәтә, аҙаҡ был Ғибәҙәйҙең төп кәсебенә әйләнә. Уның бер туған ҡустыһы 1914 йылғы һуғышта һәләк була. Ғибәҙәй Сәхибә исемле ҡыҙға өйләнгәс, Брәтәккә күсә. Уның бер кәзәһе генә була. Күрәһең ауылда байы ла, ярлыһы ла булған. Ошо осорҙа Фәхрийәнов Ҡотлоғәлләм күсеп килә. Ул Шәрғиә исемле ҡыҙға өйләнеп, Йәрмөхәмәтова Фәниә өйө урында йәшәй.

          20-се быуат башында Әүжән, Ҡотҡор, Ҡағы заводтары ябыла. Урыҫтар мал аҫырауға, йәшелсә үҫтереүгә тотоналар. Улар төрлө юлдар менән башҡорт ерҙәренә күсеп ултыралар. Быуат башында Волков йәйләүендә генә лә 24 урыҫ балаганы булған. Үҙ ерҙәренән мәхрүм ҡалған башҡорттар ауылда әҙселектә ҡалалар. Брәтәк ауылында был осорҙа 26 йорттоң 18-ҙендә урыҫтар,8-ҙендә генә башҡорттар йәшәгән.

         Башҡорттар һунарсылыҡ, малсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәғлүм булыуынса, башҡорт бер көндә 2-3 солоҡто ағасҡа аҫылынған килеш соҡой алған. Бер ағаста хатта 2-шәр солоҡ япҡандар. Солоҡҡа менер өсөн баҫҡыс рәүешендә уйымдар эшләгәндәр. Башҡорттар шулай уҡ дегет ҡайнатҡандар. Ҡайын туҙынан таҙа дегет, ҡарағайҙан – сайыр дегете алғандар. Таҙа дегеткә һорау күп булған. Дегет баҙын йомортҡа рәүешендә эшләгәндәр, аҫтағы уйымдан дегет ағып сығып, улаҡ буйлап мискәгә төшкән. Туҙ ҙа, сайыр ҙа ваҡлап тығыҙлап тултырыла. Уйымы 7-8 см, баҙҙың тәрәнлеге 3м, киңлеге 2,5-3м. Туҙ, сайыр ни тиклем ваҡ булһа, дегете шул тиклем күп сыҡҡан. Шулай уҡ башҡорттар күмер яҡҡандар һәм, үрҙә әйтелгәнсә, Егәҙегә сығарып һатҡандар. Урыҫтар башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлаусы ер-һыу атамаларын белгәндәр, тик үҙҙәренсә үҙгәрткәндәр: Дауыткин, Әминкин, Хисмәткин. Пешетков Осип Нөгөш күпере эргәһендә утар булып ултыра, аҙаҡ Брәтәккә күсә, магазин тота. Ул ултырған урынды халыҡ әлеге ваҡытта Үҫем ултырышы тип йөрөтә.

           Башланып киткән граждандар һуғышы ауыл тыныслығын боҙа. Ауылды йә ҡыҙылдар, йә аҡтар баҫып ала. 1918 йылдың 3 авгусында Блюхер етәселегендәге 10 меңлек партизандар армияһы ҡыҙылдарға ҡушылыр өсөн үҙенең “атаҡлы” рейдына сыға. Рейд аҡтҡр тылынан Белорет – Үҙән – Ҡағы – Үрге Әүжән – Брәтәк – Ҡолғона –Маҡар – Богоявлин – Иглин – Көнгөр маршрутында үтә. Уларҙың тәртипһеҙ күсенеүен Башҡорт армияһы күҙәтә бара һәм Өфөгә үткәрмәй. 1918 йылдың 5 авгусында Брәтәк ауылында туҡтай. Аҡтар менән көслө һуғыш була. Уның тарихын ауыл эргәһендәге окоп-траншеялар һәм әлеге ваҡытта ла табылған мылтыҡ-ҡоралдар, боеприпастар һөйләй. Блюхерға йәнәшә Муса Мортазин үҙенең бригадаһы менән килә. Ул әгәр ҙә Блюхер башҡорт ауылына тейһә, уны тар-мар итергә тейеш булған. Муса Мортазинды 1937 йылда ҡулға алынғас: “Әгәр мин Блюхерға ҡаршы булһам, унан бер нәмә лә ҡалмаҫ ине. Ҡыҙылдарға ҡушылырғамы, юҡмы тигән һорау борсоно мине,”- тигән. 1918 йылдың декабрендә Яңы Һәйет ауылына ҡыҙылдар килә. Ауыл халҡы аҙыҡ-түлекте кәртә-ҡура тирәһенә йыйып бөтә. Ләкин ҡыҙылдар китергә ашыҡмай. Һәр йортҡа 9-12-шәр урынлашып ҡышлайҙар. Гөлмәнүәр инәй һөйләгәндән: “Бесән наҡыҫ булыу сәбәпле, аттар сапсынып, ҡар аҫтынан бер батман май ҡаҙып сығара. Шунан башлана ауылды талау. Байтаҡ ирҙәр атып үлтерелә. Һыу эсергә алып барған һыйырҙың башына һуғалар ҙа һуйып ашайҙар. Хәлдән тайған халыҡ Нөгөш йортҡа (Лапшин) ҡаса. Быға үс итеп, ҡыҙылдар Һәйет һәм Ҡоҙаш ауылдарына үрт һалалар. Брәтәктә урыҫтарҙың күпләп йәшәүе уны һәләкәттән ҡотҡара. Ауылдарҙың бер аҡтар, бер ҡыҙылдар ҡулына күсеүе халыҡты шул шарттарға яраҡлаштырға өйрәтә. Һөйләүҙәргә ҡарағанда, Аҫҡар ауылының Иманай исемле кешеһе аҡтҡрҙы аҡ папаха, ҡыҙылдарҙы буденовка кейеп ҡаршылай. Ауыл кешеләрен юл күрһәтергә , ылауға алып китәләр. Был кешеләр эҙһеҙ юғалған. 16 йәшлек Фәтҡулла Аҫҡар аша Бөрйәнгә  юл күрһәтә китә. Атын алып ҡайтып, үҙен ҡайтаралар. Фатирҙа ятҡан ҡыҙылдар киткәндә фатир хужаларын атып киткәндәр. Брәтәк ауылы, Ҡарағай йорт тирәһендә ҡаты һуғыш була. Аҙаҡ кешеләр, патрондар ямғыр урынына шыптырлап яуа ине, тип һойләгәндәр. Халыҡ өй бвҙына ҡасып һаҡланған.

            Граждандар һуғышынан һуң ауыл халҡы элекке кәсептәренә тотонған. 1930 йылда ауылда “1 май” колхозы ойошторола. Селеверстов Петр уның тәүге председателе була. Ул һуғышта үлеп ҡала. Икешәр һыйырлының бер һыйырын, ә аттарҙың бөтәһен дә колхозға алалар. Ҡ ауылын Брәтәккә күсерәләр һәм колхозға инәләр: Ғәлләметдинов Мөхәмәтғәле менән Хәлфетдин бер туғандар, Атауллин Атаулла, Атауллин Мөхәммәтғәле, Ҡәйепҡолов Кираметдин. Ташлынан Брәтәккә күсерелеүселәр: Ситдиков Вәли, Ғөзәйер, Әбүзәр Зөлҡәрнәй улдары, Ситдиков Ғибәҙетдин балалары менән – Зиннур, Хәлфетдин (ауылдың тәүге һатыусыһы, һуғышта үлә), Әхмәтзата, Ғызмитдин. Ғызмитдин тәүҙә Ҡурғашлыға, аҙаҡ Брәтәккә күсә. Брәтәктән колхозға инеүселәр: Йәрмөхәмәтов Әлмөхәмәт, Халиков Хаким,  Хөснөтдинов Мостафа әбейе Кәримә менән. Оло Ялан, Хисмәткин, Аҡһыйыр яландарында арыш, һоло, тары сәскәндәр. Нөгөш башында арыш сәсәләр. 47 эҫкерт арыш була.

             1933 йылда раскулачивание башлана. Коретников Федот, Пешетков Осип, Петренконың өйҙәрен, колхоз хужа булып, торг менән колсхозсылырға һата.

                Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Брәтәктә 29 хужалыҡ иҫәпләнә. Бына кемдәр йәшәгән һуң. Урындар хәҙерге урам атамаһы менән бирелә:

    Салауат Юлаев урамы:

    1. Селеверстов Петр – Йәрмөхәмәтов Фәрүәт урыны.
    2. Федоров Василий, улдары Николай, Александр (Бөрйәндә йәшәп,  шунда үләләр), Петр (һуғышта булмай), Анастасия ( ауылда ерләнгән), Иван – Атауллин Венер ере.
    3. Райпо магазины – Нюра һатыусыһы, Селеверстов ҡарт менән (атаһы) йөктө Стәрлетамаҡтан ташыйҙар. 5-6 атты үҙҙәре ҡарай – Хөсәйенов Ғайфулла урыны.
    4. Ситдиков Ғызмитдин. Балалары: Ғылмитдин, Шәүрә, Рамаҙан, Маһира, Шәһиҙә.
    5. Ситдиков Вәли. Балалары: Фатима, Ишбулды, Ишбулат.
    6. Горбатов Илья. Әбейе менән туғанының улы Костяны тәрбиәләп үҫтерәләр, Горбатов фамилияһында йөрөй. Башҡортса һыу кеүек эсә.
    7. Аверьянов Андрей, ҡатыны Дуня. Балалары Михаил, Митя (Әүжән), Маша, Николай, Полина (Свердловск) – Сафин Барый урыны.
    8. Уйылданов Шәрифулла, ҡатыны Фәүзиниса – ғәрәпсә белгән берҙән-бер кеше булған. Балалары: Хәмдиниса, Шәмсиниса (Мүскәлә), Рөфҡәт – Ғәйнисафа  Йәғәфәрова урыны.
    9. Пешетков Осип – раскулачиваниенан һуң мәктәп була.
    10.  Зайцев, ҡатыны Елена.балалары юҡ. Һуғыштан һуң киләләр.
    11.  Слепов, ҡатыны Феня – контора урыны.
    12.  Шәрғиә инәй (Ҡотлоғәлләмдең тәүге ҡатыны). Балалары юҡ – Йәрмөхәмәтов Байрамғәле урыны.
    13.  Хасанов Мазһар урынында ат һарайы.
    14.  Шакиров Абдрахман (Аҫҡар), ҡатыны Ғәлиә. Балалары Сабир, Мөниә, Фәниә, Сәриә. Икенсе ҡатыны Хәҙисәнән Радис.
    15.  Атауллин Мөхәммәтғәле, ҡатыны Бәхерниса. Балалары Ғылминиса, Әсмә, Хафиз, Сара, Клара, Баязит, Рафаэль, Флүрә, Фәриҙә.
    16.  Слепов Семен, ҡатыны Хавроня. Балалары Раися, Юля, Валентина.
    17.  Слепов Петр. Балалары Матвей, Николай, Клавдия, Григорий.
    18.  Ғәлләметдинов Ямалетдин, ҡатыны Гөлбәғиҙә. Балалары  Рәжәп, Нәғимә, Батыр. Ғәлләметдинов Әҙеһәмдән: Әғзәм, Мөнирә.
    19.  Ғәлләметдинова Миңзифа, ире Сиражетдин. Балалары Мәстүрәю
    20.  Ҡәйепҡолов Кираметдин, ҡатыны Ғәйниямал. Балалары Бәҙриямал, Зөләйха, Вазифа, Ишғәле.
    21.  Халиков Хәкимйән, ҡатыны Нәзифә. Балалары Хәҙисә, Зәйтүнә, Йосоп.

     

    Йырын аръяғы – Нөгөш урамы.

    1. Йәрмөхәмәтов Әлмөхәмәт, ҡатыны Бәширә. Һуғышҡа тиклем икенсе бригадир. Балалары: Һәҙиә, Ишмөхәмәт, Латифа. Һуғыш осоронда өйө - заезжий дом булған.
    2. Ситдиков Ғибәҙәй, ҡатыны Сәхипьямал (Тимерҙән). Балалары Ғызмитдин, Зиннур, Әхмәтзата, Хәлфетдин, Сәлимә, Сәғиә.
    3. Сафин Әптрәҡип (Аҫҡарҙыҡы), ҡатыны Бәлхизә. Балалары Ғылминур, Хөснә, Ҡәйүм.
    4. Шәмсетдинов Сәләхетдин (Аҫҡар), ҡатыны Кәримә. Балалар йортонан бер туғанының балаһы Әлифәне, Хәйруллина Фәриҙәнең ҡыҙы Зәкирәне алып тәрбиәләйҙәр.
    5. Ғәйзә инәй. Балалары Бәлхизә, Фатима, Ғәйшә, Кинйәбикә.

     

    Оло юл аръяғы – боролош урыны.

    1. Мәһәҙиев Гәрәй, ҡатыны Йәмилә. Балалары Әминә, Әхмәт, Миңлеямал. Тәүге иренән – Камила, Ғылмитдин.

     

    Юлдың аҫҡы  яғы-Ғөбәйҙуллин Ғәйнуллаға ҡаршы.

    1. Ноғоманов Зәкир(Аҫҡар), ҡатыны Фәхрийәнова Гөлниса. Балалары Гөлмөһөр, Гөлйөҙөм (Мүскә), Зөләйха – бәләкәй килеш үлә.

    2. Фәхрийәнов Ҡотлоғәлләм (Аҫҡар), ҡатыны Зарифа (Яңы Һәйет). Балалары Ғәлимйән, Мәғрифә, Ғилман, Ғилфан.

    3. Ситдиков Зөлҡәрнәй, ҡатыны Хәтирә. Балалары Вәли, Ғөзәйер, Әбүзәр, Зәкиә, Ғәффә.

    Йәшәгән урыны билгеһеҙ: Хөснитдинов Мостафа, ҡатыны Кәримә. Балалары Ишмырҙа.

     

    Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалалар:

     

    1. Аверьянов Андрей Матвеевич 07.05.1942. Ленинградская область Лодейнопольский район поселок Печеницы.
    2. Аверьянов Михаил Федорович. Умер в плену в декабре 1942 года.
    3. Ғәлләметдинов Әҙеһәм Ғәлләметдин улы. Пропал без вести в 1943 году
    4. Ғәлләметдинов Мөхәммәтғәле Ғәлләметдин улы. Пропал без вести в 1942 году.
    5. Горбатов Константин Ильич. Умер в 1942 году
    6. Мәһәҙиев Бәхтигәрәй Сәлимгәрәй улы 14.04.1943 Сумская область Хотенский р-н село Радков
    7. Мәһәҙиев Ғылмитдин Ислам улы 15.04.1945 Германия Кенигсберская провинция
    8. Ноғоманов Зәкир Баттал улы. Пропал без вести в 1942 году  
    9. Сафин Әптрәхим Сафа улы пропал без вести в марте 1943 года
    10. Селиверстов Петр Андреевич 12.07.1944 Минская область, Минский район деревня Красная Горка
    11. Ситдиков Әхмәтзата Ғибәҙи улы 17.09.1944 Латвия г. Исцави
    12. Ситдикоа Вәлиулла Зөлҡәрнәй улы 08.05.1942 Ленинградская область деревня Малиновка
    13.  Ситдиков Хәлфетдин Ғибәҙи улы 29.01.1945 Восточная Пруссия, м. Зидмунг у дома лесника.
    14.  Слепов Семен Федерович 15.07.1943 Курская область Прохоровский район хутор Веселы.
    15.  Слепов Николай Федорович пропал без вести в декабре 1941 года
    16.  Федоров Иван Васильевич пропал без вести в ноябре 1943 года
    17.  Халиков Хәким Халиҡ улы пропал без вести в апреле 1944 года
    18.  Хөснитдинов Мостафа. Нет сведений
    19.   Йәрмөхәмәтов Әлмөхәмәт Йәрмөхәмәт улы пропал без вести в марте 1945 года
    20.  Йәрмөхәмәтов Дәүләтғәле Ишмөхәмәт улы пропал без вести в феврале 1945 года

     

    Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-һау ҡайтыусылар:

    1. Абдуллин Ғайфулла Хәмит улы (1923-1997)
    2. Ғәббәсов Нәғим
    3. Гималетдинов Усман Ғыймалетдин улы (1914-1990)
    4. Горбатов Константин Ильич
    5. Горбатов Петр Афанасьевич (1924-1945)
    6. Ғүмәров Хажғәле Алламорат улы (1916-1990)
    7. Әмиров Зиннур Юлмөхәмәт улы (1920-1997)
    8. Зарипов Рәхимйән Зәкир улы (1914-1979)
    9.  Йәғәфәров Ниғмәт Сәғит улы (1908-1987)
    10.  Йәғәфәров Яхья Мөжәүир улы (1919-1970)
    11. Насиров Шәрифулла Шәйҙулла улы (1915-1986)
    12. Сафин Ғәбделхәй Ялал улы (1923-1979)
    13. Ситдиков Ғөзәйер Зөлҡәрнәй улы (1911-1969)
    14.  Ситдиков Ғызмитдин Ғибәҙи улы (1910-1998)
    15. Ситдиков Әбүзәр Зөлҡәрнәй улы (1916-1980)
    16.  Ситдиков Зиннур Ғибәҙи улы (1914-1977)
    17. Федоров Александр Васильевич
    18. Федоров Николай Васильевич
    19.  Фәттәхов Шәйхи Фәрхетдин улы (1911-1960)
    20.  Фәхрийәнов Ғәлимйән Ҡотлоғәлләм улы (1925-1943)
    21.  Фәхрийәнов Ҡотлоғәлләм Фәхри улы
    22.  Фәхрийәнов Ноғоман Рәсүл улы (1925-1944)
    23.  Халитов Әптрәхим Әнүәр улы (1924-2004)
    24.  Харрасов Кираметдин Харрас улы (1888-1975)
    25.  Хәблетдинов Ғәлләметдин Рәсүл улы
    26.  Шакиров Абдрахман Шакир улы
    27.  Шәмсетдинов Сәләхетдин Шәмсетдин улы

     

    Хеҙмәт армияһына алыныусылар:

    1. Атауллин Мөхәммәтғәле Атаулла улы
    2. Ғөбәйҙуллин Миннияр Нәсибулла улы
    3. Ғөбәйҙуллин Хәмиҙулла Нәсибулла улы
    4. Зәйнетдинов Нәжметдин Зәйнетдин улы
    5. Ҡәйепҡолов Кираметдин Ғәйнетдин улы
    6. Рахманғолов Сәйфулла Ғөбәйҙулла улы
    7. Слепов Дмитрий Петрович
    8. Хәсәнов Ғәлиәхмәт Әлмөхәмәт улы

     

    Тыл ветерандары

    1.  Аратова Ғәйшә Шөғәйеп ҡыҙы
    2. Атауллин Хафиз Мөхәммәтғәле улы
    3. Ғәлиуллин Һаҙый Зәйнулла улы
    4. Ғәлиуллина Хәмиҙә Бикмөхәмәт ҡыҙы
    5. Ғөбәйҙуллина Рәшиҙә Ғилажетдин ҡыҙы
    6. Ғөбәйҙуллуна Һәҙиә Әлмөхәмәт ҡыҙы
    7. Ғүмәрова Әминә Сәйфетдин ҡыҙы
    8. Әмирова Сәлимә Ғибәҙи ҡыҙы
    9. Әхмәҙуллина Сәлимә Зәкир ҡыҙы
    10.  Зәйнетдинова Ғәтифә Әхмәт ҡыҙы
    11.  Йәғәфәрова Мәрхәбә Мостафа ҡыҙы
    12.  Йәрмөхәмәтова Шәрифә Дәүләтғәле ҡыҙы
    13.  Ҡәйетҡолова Бәҙриямал Кираметдин ҡыҙы
    14. Кәлимуллина Гөлсөм Хөсәйен ҡыҙы
    15.  Ниғәмәтуллина Рәшиҙә Сәлмән ҡыҙы
    16.  Рахманғолова Бибиғәйшә Мөхәммәтйән ҡыҙы
    17.  Сафина Бәлхизә Ғәрифулла ҡыҙы
    18.  Ситдиков Ғылмитдин Ғызмитдин улы
    19.  Ситдикова Ғәффә Зөлҡәрнәй ҡыҙы
    20.  Ситдикова Зәкиә Зөлҡәрнәй ҡыҙы
    21.  Ситдикова Шәһүрә Йәмлиха ҡыҙы
    22.  Ситдикова Шәүрә Ғызмитдин ҡыҙы
    23.  Уразаев Сәғит Сәйетғәле улы
    24.  Фәхрийәнов Ғилман Ҡотлоғәлләм улы
    25.  Фәхрийәнова Ғылмияза Хызыр ҡыҙы
    26.  Харрасов Әхмәт Кираметдин улы
    27.  Харрасова Мәфтуха Һибәт ҡыҙы
    28.  Хәблетдинова Мәрйәм Әхмәҙулла ҡыҙы
    29.  Хәйруллина Мөъминә Шаһишәриф ҡыҙы
    30.  Хәликова Хәҙисә Хәким ҡыҙы
    31.  Шәкиров Сабир Абдрахман улы
    32.  Шәкирова Бәлхиә Мостафа ҡыҙы

     

          Һуғыш ветерандары араһынан икәүһе фин компанияһында ҡатнашҡан: Ситдиков Әбүзәр һәм Ғүмәров Хажғәле. Өсәүһе 112 башҡорт кавалерия дивизия составында һуғышҡан: Ситдиков Ғөзәйер, Гималетдинов Усман, Ноғоманов Зәкир.

     

          Брәтәк Киров колхозының бригадаһы була. 1937 йылда КТФ (конно-товарная фабрика) төҙөлә. Ат һарайы 10*100 ҙурлыҡта, 100-ҙән артыҡ ат була. 3 йортта күсеп килеп йәшәйҙәр: Фәхрийәнов Ҡотлоғәлләм ғаиләһе менән, Харрасов Кираметдин ҡатыны Гөлмәҙинә, балалары Әхмәт, Ҡауый, Мәҙинә менән Аҫҡарҙан күсә, Йәрмөхәмәтов Дәүләтғәле ҡатыны Нәбиуллина Кинйәбикә менән, Шакиров Абдрахман ҡатыны Ғәлиә, балалары менән. Бер өй бүлмәле була. Берәүһендә Сафин Әптрәҡип, икенсеһендә Шәмсетдинов Сәләхетдин йәшәй. Райондан килеп аттарға тамға һуғыла Бөйок Ватан һуғышы осоронда башҡорт атлы дивизияһына аттарҙы алып китәләр. 15-әрләп 3-4 мәртәбә алалар. 1941 йылда ошондағы атты менеп Ситдиков Ғөзәйер ҙә һуғышҡа китә. 1947 йылда ауылға к ҡайталар. Сөнки ауыл урманлы ерҙә булғас, малсылыҡ ҡына файҙалы булмай. Брәтәккә һәр төр малдың  өсөнсө өлөшө тейә, тик бейә малы бирелмәй. Брәтәктә “1 май” промартеле төҙөлә. Беренсе председателе Яңы Мөсәт кешеһе Ҡасҡынбаев Ғыззитдин була. Ул ҡап һуғырға өйрәтә. Бер станда 2-шәрләп 25-шәр ҡапты бер көндә һуғалар. 1948 йылда Йәғәфәров Ниғмәт производство мөдире булып килә. Ҡапты өйҙә, избенкала һуғалар, 5-шәрен бергә тегеп, атҡа 100 бәйләм тейәп ташыйҙар. Ҡапты Находка портына оҙаталар. Шул уҡ ваҡытта пряж боралар. Пряжды виноград бәйләргә Урта Азияға, Малдоваға ебәрәләр. 3-сө председатель булып 1950 йылда Ибраһимов Әмир, 4-сеһе Шәйәхмәтов Зиннур 1954-1955 йылдарҙа Әбйәлил районынан килә. 1953 йылда Халитов Әптрәхим бухгалтер булып килә. 5-се председатель 1955-1956 йылдар Өфөнән Шәмсетдинов, 6-сыһы Мәҡсүт кешеһе 1956 йыл Нәҙершин Ғиниәт, 7-сеһе 1956-1958 й.й. Федоров Николай, 8-се председатель 1958 йылда Халитов Әптрәхим һайлана. Артелдә бүрәнә лә ҡырҡалар. Ағас ҡырҡырға Хәсәнов Ғәлиәхмәт, Шакиров Абдрахман, Фәхрийәнов Ҡотлоғәлләм, Йәғәфәров Ниғмәт урманда ятып йөрөгәндәр. 1951 йылға тиклем таҡтаны станға һалып ҡул менән бысалар. 1951 йылда Ишембайҙан пилорама килтерәләр.Механик Зарипов Рәхимйән төҙөп ултырта. Ҡул менән көнөнә 5 кубометр таҡта бысылһа, хәҙер эштәр еңеләйә. Тәүге машинистар Юлдашева Сәлимә, Гаврилов Иван була. Сәфиуллин Әбделхәй 1955-1956 йылдарҙа Өфөлә уҡып право алып ҡайта. 1962 йылда У-5 двигателе ултыртыла. 1-се машинист Әрмет кешеһе, һуңынан Фәхрийәнов Ғилман була. 1954 йылда генератор менән локомобиль аша ауылға беренсе электр уты бирелә. Ҡап һуғыр өсөн 1956-1957 йылдарҙа мастерская төҙөлә. 1947-1953 йылдарҙа Ситдикова Зәкиә бухгалтер була, аҙаҡ кассир итеп күсерелә. Һалабаш һалғас, бесән башлана. 25 һыйыр була. Өлкән һауынсы Кинйәбикә инәй.

        1960 йылда “1 май” промартеле 200мең һум табыш менән көсләп Фрунзе исемендәге колхозға ҡушыла. 1956йылға тиклем Фрунзелә председатель булып Ғәбитов Әхмәҙулла эшләй. 1956 йылда Киров менән Фрунзе ҡушыла. Председателе Ғәбитов була. 1960 йылда 3 ауыл бер колхозға берләшкәс, Ишембай районынан Туҡтамышев Әнүәр председатель булып килә. 1962 йылдың февраль айында Хәлитов Әптрәхимде председатель итеп һайлайҙар. Аҫҡар һәм Исламбайҙа 135 һауын һыйыры була. Аҫҡар фермаһы Ташлыла, Исламбайҙыҡы – Көләбәлә, ә 1964 йылда Брәтәк өсөн Волков фермаһы төҙөлә. Липецк өлкәһенән 50-леләп тоҡомло тана, Көйөргәҙе районы Таймаҫ совхозынан 40-50 семинталь тоҡомло таналар алына. Тәүге йылы 4 группа, 15-шәр баш һыйыр менән, була. Брәтәктә бригадир Атауллин Хафиз була. Колхоз булғас та әле 1-2 йыл һалабаш һалалар, йүкә килеш һатып кәсеп итәләр. Ферманың тәүге мөдире Йәғәфәров Яхья, тәүге һауынсылары Гөлмөһөр Ноғоманова, Ситдикова Ғәффә, Зәкиә, Фәхрийәнова Ғилмияза, Мәстүрә. Йәғәфәрова Таһира – сепараторсы була. Ҡыҫыҡта тоҡомло таналар көтөлә. Мал күбәйгәс 120 баш тирәһе резерв булдырыла. 1977-1978 йылдарҙа 1300-1400 тонна ит тапшырыла. Мал ауырлығы 440кг тирәһе була. Һөт һауыу буйынса 1-се урын өсөн 1969 йылда БАССР-ҙың 50 йыллығына, малсылыҡтағы уңыштар өсөн 1968 йылда мәңгелеккә ҡыҙыл байраҡтар бирелә. Әлеге көндә район музейында һаҡлана. Таҡта бысыу эше дауам итә. Мәҫәлән, 1962 йылда бер йылда 1200 кубометр таҡта бысыла. 1976 йылда ауылға даими тәъмин итеүсе электр уты килә. Колхоздың иң тәүге машинаһында Бөрйән районының беренсе шоферы Ғүмәров Хажғәле эшләй. Ул 1947 йылда ауылда йәшәй башлай. Иң тәүге тракторсылар Сәғитов Факил, Өмөтбаев Мөхәммәт, Фәхрийәнов Ғилман 1956 йылда эшләйҙәр. 1964 йылда Брәтәктә лесхоз асыла, лесничийы Жаринов була. Брәтәк ауылы йөк ташыр өсөн уңайлы урында урынлашҡан. 1946 йылда һыйыр менән он ташый башлайҙар. Зариповтарҙың избенкаһы склад була. 1951 йылда Атауллин Хафиздың төҙөлөп бөтмәгән өйөнә һалалар. 1953 йылда база төҙөлә, мөдире Ҡасҡынбаев Ғызетдин. Аттар менән Брәтәктән Стәрлетамаҡҡа Маҡарҙа бер генә ашатып барып инәләр. Ғәлиәкбәргә йөктө һаллап ташыйҙар. 1953 йылда йөктө машина менән килтерә башлайҙар. Тәүге мәҙәниәт йорто Брәтәк күперенең аръяғына төҙөлә. Клуб мөдире Кәримова Роза. Аҙаҡ Осип ҡарттың йорто ла клуб булып тора. 1974 йылда шул урынға яңыһы төҙөлә. Тәүге тауышһыҙ фильмды 1947 йылда Ишбаев күрһәтә. 1949-1950 йылдарҙа Слепов Василий эшләй. Такышлы фильмды 1954-1958 йылдарҙа Маликов Мөжәүир күрһәтә. 1958 йылдарҙа газопровод торбалары ауыл янынан үтә. Икенсеһе “Бохара-Урал” 60-сы йылдың урталарында һалына.

     

    Copyright MyCorp © 2024
    Создать бесплатный сайт с uCoz