Брәтәк ауылы
Бөрйән районы Башкортостан Республикаһы
Четверг, 28.03.2024, 13:11

Приветствую Вас Гость
RSS

Главная | Регистрация | Вход
«  Март 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031
Меню сайта
Форма входа
Поиск
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 64
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0



            1930 йылда колхозлашыу осоро барышында район мағариф бүлеге тарафынан ауылға балаларҙы уҡытыу өсөн уҡытыусы ебәрелә.Ауылға ебәрелгән тәуге уҡытыусы Исмәғилев Исмәғил уҙе менән бергә әсәһе Өммөгөлсөмдө ,туғандары Раузаны ,Фатиманы,Фәнирәнелә алып килә.

           Мәктәп итеп Пешетков Осиптың  өс бүлмәле өйө файҙаланыла. Ауылдың иң тәуге уҡытыусылары булып уҡырға Ситдикова Зәкиә,Рахманғолова Бибиғәйшә,Ситдиков Хәлфетдин, Мәһәҙиева Камила,Ситдиков Әхмәтзата,Фёдоров Иван,Елесеев Василий,Яңы Һәйет  ауылынан Сафиуллин Мансур Мәхмүт улы мәктәпкә киләләр.Исмағилов Исмәғил Ишембай районы Көҙән ауылы егете була.Ул 1934 йылға тиклем уҡыта .1934 йылда Сагитов Хаммат уҡырга килә.Ул 1937 йыл репрессиға эләгә.1937-1938 йылдарҙа Әмирханов Йоиағужа,1938-1939 уҡыу йылында Вильданова Хәмдиниса ,1939-1941 йылдың октябренә тиклем Сатвалов Шәрифулла уҡыта.Үҙ теләге менән һуғышҡа китә һәм 1943 йылда Ленинград фронтында ятып ҡала.Уның урынына ҡыҙы Сатвалова Шәмшениса уҡытып йөрөй.1941-1942 й.й.Галин Хажиәхмәт Хажмөхәмәт улы (һуғышта һәләк була),1942-1944 йылдарза Рахманов Шәйхрахман Ҡотлорахман  улы,1944-1945 йылдарҙа  Әхмәҙуллина Рабиға Мөхәммәтшәриф ҡыҙы уҡыта. 1946-1947 йылдарҙа  Ситдикова ( Амирова) Сәлимә Ғибәҙәй ҡыҙы уҡыта.

         1947 йылда йәтим ҡалған балалар өсөн балалар йорто асыла.  Йәшәтер өсөн бина булмау сәбәпле килгән балаларҙы Ғәлләметдинова Ғөбәғиҙәнең йортона урынлаштыралар, үҙе шунда нянка булып эшкә урынлаша. Йәғәфәроваафаның йортон аш бешереү өсөн файҙаланыла. 1947 йыл балалар йорто директоры булып Йомағолов Фәсхетдин килә. Шул уҡ йылда биш йыллыҡ мәктәп асыла. Директоры итеп Абдуллин Мансур (Маҡар ауылы кешеһе) ебәрелә. Унан һуң, Йәғәфәров Ғибәйт, Манапов Хәләф унан һуң килә. Тәрбиәләнеүселәр: Мәжитов Муса, Ишкинин Сәйфетдин, Сирбаев Наиль, Сирбаева Роза, Ҡыпсаҡтан: Курамшин Батыр, Янһары: Сәфиуллин Абдулхай, Бәҙәмшин Йәнғәле, Тимерҙән: Алтыншин Рәхимйән, Әхәт, Аҫҡарҙан: Зәйнәғәбдинов Айытбай, Гималетдинов шөғәйеп,Исламбайҙан: Әхмәҙуллина Факиһа, Сәлимә, Кәримова МаһиямалИбраһимов Әсҡәт, Кульчиков Нурулла, Аккучиков Сәйфетдин, Аралбайҙан: Аралбаев Ишморат, Ғәлиәкбәрҙән:Йәнғәлина Раҡыя һәм Рәшиҙә, Бикташтан: Ильясов Баязит, Әтектән: Салихова Сәрүәр була. 1949 йыл балалар йорто әҙер булып, ул тулыһынса хеҙмәт кадрҙары менән тулыландыра. Бына уның тәүге тәрбиәселәре: Амирова Сәлимә  Ғибәҙәй ҡыҙы,  Ишкинина Зәкирә Ноғоман ҡыҙы, Харрасова Бикә   – тәрбиәселәр, Зифа, Фәриҙә тигән Ҡолғана ауылы кыҙҙары,Сафин Абдулхаи Ямал улы 1948 йылда хеҙмәт буйынса инструктор,-

           Бөтәһе һигеҙ тәрбиәсе килә. Мария Горячёва-повар була.1948 йылда Абдуллин Ғайфулла Шәрип улы-уҡытыусы,    Абдуллина Маһира-тәрбиәсе булып килә.  Икмәк бешереүсе Сәрүәр инәй ,   ат ҡараусы Фәттәхов Шәйхислам,  Ибраһимов Әмир баштан уҡ бухгалтер була,  Ибраһимова Рабиға –тәрбиәсе була . Ауылдан тәрбиәләнеүселәр :Ғәлләметдинов Әғзәм,   Ғәлләметдинова Мөнирә,  Йәрмөхәмәтова Заһира,    Гәлләметдинов Батыр була.  Аҙыҡты  Тарынан үгеҙ менән ташыйҙар,  аҙаҡтан атҡа күстеләр .Тәүҙә 70-ләп бала булһа , 1948 йылдан һуң йөҙҙән ашып китә. Мәктәп 7 йыллыҡ булып иҫәпләнә . Беренсе сығарылыш :1950 йылда була.  Тәуге сығарылыш:  Ғәлләметдинова Нәғимә,  Атауллина Сара,  Шәкирова Мөниә, Мәжитов Муса, Ғәфүров Фәүзи, Ильясов Баязит,  Миндиғолова Сәүҙә –ете уҡыусы.  Балалар йорто ябылғанға тиклем  Сәғитов  Әхәт менән Манапов Хәләф бер-береһен алыштырып мәктәп менән берлектә етәкселек итәләр.  1958  йылдың  декабрь аҙаҡтарында ут сығып китеп мәктәп яна.  Янғында фажиғәле рәүештә өс бала  һәләк була.  Был  ваҡытта мәктәп директоры Ҡаранаев була.  Бинаһы булмағас, ауылда башланғыс кластар ғына ҡала. Абдуллин  Ғайфулла  менән Шәрипова  Нурия  уҡытыталар.  1964 йылда колхоз үҙ иҫәбенә мәктәп төҙөй.  1965 йылда Аҫҡар мәктәбенең филиалы рәүешендә эшләй башлай. Етәксеһе Абдуллин Ғайфулла ағай була.  1966 йылда директор булып юғары белемле уҡытыусы Уразаев Сәғит Сәитғәле улы килә. 1968 йылда тәүге тәүге сығарылыш – 10 уҡыусы тамамлай. 1990 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Директоры  Ғәбитова Илүзә Мөхәмәҙи ҡыҙы була. 1992 йылда урта мәктәптең тәүге сығарылышы була: Гималетдинов Данияр, Фахриянов Ишкилде, Нигматуллин Дим  һәм  Мәһәҙиева Сәғиә.

          2009 йылда мәктәп  кире туғыҙ йыллыҡҡа әйләндерелә. 2010  йылдан  Аҫҡар урта мәктәбенең филиалы. Ә ваҡытта мәктәптә 65 бала белем ала.

           Мәктәптә төрлө йылдарҙа бик күп уҡытыусылар эшләп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Рәсәйҙең  һәм башҡортостандың  мәғариф алдынғылары:  Абдуллин Ғәйфулла Хәмит улы, Шәрипова Нурия Мансуровна, Сафин Ғабдулхай Ялал улы,  Уразаев Сәғит Сәитғәле улы,  Шаһимырҙанов Рәис Шаһишәриф улы, Ғәбитова Илүзә Мөхәмәҙи ҡыҙы, Ғүмәров Вәли Ғәле улы,   Зарипова Лира Ғәле ҡыҙы, Халитова Әнисә Әбдрәхим ҡыҙы, Ниғмәтуллина Әлфиә Нуретдин ҡыҙы.  Уҡытыусылар: Уразаева Камила Ғөбәйт ҡыҙы,  Ғәбитов Йыһанур Мансур улы , Хәйбуллина  Асия Сабирйән ҡыҙы, Бикмухаметов Рафаэль Дәүләтғәле улы.

    Copyright MyCorp © 2024
    Создать бесплатный сайт с uCoz