Брәтәк ауылы
Бөрйән районы Башкортостан Республикаһы
Вторник, 20.11.2018, 22:43

Приветствую Вас Гость
RSS

Главная | Регистрация | Вход
«  Ноябрь 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930
Меню сайта
Форма входа
Поиск
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 61
Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0



                        Брәтәк ауылы Брәтәк йылғаһының Нөгөшкә ҡойған урынында урынлашҡан. Шулай уҡ ауылдың төнъяғында Ҡоҙаш  - Нөгөшкә, көнсығышта Ҡурғашлы – Брәтәк йылғаһына ҡуша.Брәтәк йылғаһының тамағын Күкятыу тиҙәр. Заманында уға дилбегә буйламаған, унда ат йөҙҙөргәндәр. Брәтәк күперенән тороп баштүбән һикереп һыу ингәндәр. Ҡуйы урман ауылға терәлеп үк тора. Ләкин төҙөлөш өсөн ағас табыу ауырлашты.  Ауылды Бәштин, Әрҙәкле, Кәзәтау, Айыу өңө, Айбикә, Юрматау тауҙары уратып алған. Урманда, Башҡортостан урмандарына хас, бөтә төр ағастарҙа үҫә. Мүк менән ҡапланған ҡарағай урманында күк һәм ҡыҙыл көртмәле үҫә. Ләкин ул яҡлауға мохтаж, ҡарағай урманы аяуһыҙ ҡырҡыла. Шулай уҡ бонъяла һирәк осраған һары һәм  күк умырзая, ынйы сәскәһе, кәкүк ситеге беҙҙә бар. Урманда бөтә төр йәнлектәр: шәшке, һуҫар, ҡама, йәтсә, ҡондоҙ һәм башҡа йәнлектәр бар. Ҙур ҡырмыҫҡа өйөмдәре урманды йәмләй. Ауылда халыҡ күпләп мал тота, һуңғы ваҡытта йылҡы малы күбәйҙе. Йәштәр ата-бабаларҙан ҡалған йоланы тергеҙеп күпләп солоҡ ябалар, ҡорт аҫырайҙар. Өй һайын балта оҫталары йәшәй тиһәктә хата булмаҫ, йылдан-йыл береһе – береһенән матурыраҡ йортттар ҡалҡып сыға. Ауыл алты урамдан тора: Салауат Юлаев, Нөгөш, Мәктәп, Йәштәр, Ҡаран, Тау. Барлығы 127 йортта 441  кеше йәшәй. Һөрөнтө ерҙәр булмау сәбәпле, халыҡ башлыса картуф һәм башҡа төр йәшелсә-емеш  үҫтереп  көн итә.

          Брәтәк ауылы Бөрйән районының төнъяғында өс район – Бөрйән, Белорет, Ишимбай – сиктәрендә урынлашҡан.

         

    Copyright MyCorp © 2018
    Создать бесплатный сайт с uCoz